Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 22.06.22 Ҡашҡалар - үҙҙәренә башҡалар

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 22.06.22 Ҡашҡалар - үҙҙәренә башҡалар

Бөгөн беҙ Башҡортостанда йәшәүселәрҙең бик күптәренә таныш теманы алырға булдыҡ — ул ауыл тормошо. Тыуған төйәге утын һүндермәй йәшәргә тырышҡандар, улар башҡарған эштәр тураһында булыр һүҙебеҙ.

22-се июндә, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Өфө уттары" тапшырыуы ҡунаҡтары — Асҡын районы вәкилдәре — "Аскинская новь" район гәзитенең баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова һәм Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов.