Нимәнән ярала йыр? Ниндәй көс ижадсыны илһамландыра, яңынан-яңы үрҙәр яуларға ярҙам итә?
Ошо һәм башҡорт сәнғәтенә бәйле башҡа һорауҙарға Башҡортостан республикаһының билдәле композиторы, төрлө конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Рәсәй Авторлыҡ йәмғиәтенең ысын ағзаһы, музыкаль теория буйынса педагог Илшат Хәлилов яуап ҡайтарҙы.
Йәнле осрашыу барышы менән һеҙ 27 июндә "Рәсәй-Башҡортостан" һәм "Башҡортостан 24" телеканалында эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында таныша алаһығыҙ.