Уның турала – "ул затлы заттан" – тип әйтәләр. "Ул ысын башҡорт тоҡомло актриса" – тиҙәр. Музыканттар уны "күп диапазонлы" ижадсы, тип атай.
Уны һеҙ театр сәхнәһендә лә, кинофильмдарҙа ла күрә алаһығыҙ. Мең балҡышлы актриса Сара Буранбаева – "Өфө уттары" тапшырыуының 5-се июль сығарылышында. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре ағзаһы – Сара Абдулхай ҡыҙы Буранбаева менән әңгәмә һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.