Бынан 80 йыл элек, Ҡыҙыл Армия составында, генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се башҡорт кавалерия девизияһы һуғышҡа ҡушыла.
80 йыл ғүмер үтһә лә, Шайморатов батырлығы, ҡаһарманлығы әле лә иҫтә. Әммә беҙҙең киләсәк нәҫелдәр өсөн ошо "мәңгелек хәтер" һаҡланырмы? Башҡорт яугирҙәренең батырлыҡтары уларҙы уйға һалырмы? Яу урындарында барған ваҡиғалар тетрәндерерме?
Яу алыштары барған урындан — Липецк өлкәһе Тербун районының Озерки ауылынан яңыраҡ ҡына ҡайтып төшкән хәрби-тарихи реконструкциялау клубы етәксеһе Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов менән экспедицияла тәүгегә ҡатнашҡан яҙыусы, шағирә, публицист Әлфиә Нәжиб ҡыҙы Әсәҙуллина беҙҙең менән әңгәмә ҡорҙо. "Өфө уттары" тапшырыуы 6-сы июлдә, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында 20 сәғәт 10 минутта уҙҙы.