Киләһе концерт миҙгелендә уға 30 йәш тула! Аҙмы был дәүер, әллә күпме? -Кеше ғүмере өсөн күп түгел, ә бына бейеү ансамбле, хор, оркестр һәм "Забава" халыҡ уйын ҡоралдары ансамблен берләштергән оло коллектив өсөн һис тә аҙ түгел, сөнки ошо ваҡыт эсендә ул йөҙәрләгән программа күрһәткән, меңәрләгән саҡрым юл үткән, Өфөлә генә түгел, ә тотош донъяла билдәлелек яулап өлгөргән!
4-се июлдә эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында ошолар хаҡында "Мираҫ"тың директоры Байрас Ишбирҙин һәм йәш музыкант, ҡыл-ҡумыҙ оҫтаһы Зәлиә Ғәниәтуллина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.