Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 02.08.22 "Аманат" – үҫмер балалар өсөн сыҡҡан донъя йөҙөндәге берҙән-бер журнал

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 02.08.22 "Аманат" – үҫмер балалар өсөн сыҡҡан донъя йөҙөндәге берҙән-бер журнал

Был абруйҙы баҫма коллективы төшөрмәҫкә тырыша ғына түгел, дәрәжәһен көндән-көн арттырырға ынтыла. Балаларҙы журнал уҡыуға ылыҡтырыр өсөн төрлө тематик мәҡәләләр, конкурстар, йәш хәбәрселәр мәктәбе, интернет селтәре аша видеобәйгеләр үткәреү һәм башҡа бик күп саралар – быларҙың барыһы ла "Аманат" журналының тиражын үҫтереүгә, уның үҫмер балалар араһынла популяр булыуына дәлил.

Ошо хаҡта "Өфө уттары" ның 2-се август сығарылышында беҙгә журналдың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов бәйән итте.