Ҡарбуз ул ҙур бер еләк.Уны үҫтереп, өҫтәлгә килтереп еткерер өсөн, беренсенән, баҡсасыға бик күп көс һәм тырышлыҡ кәрәк! Икенсенән, уны Башҡортостан климатына яраҡлаштырып үҫтереүҙең күп кенә серҙәрен белеү мотлаҡ. Ә уны яратып ашағандар, һатып алыр алдынан үҙенсәлектәрен белеп һайларға тейеш.
3-сө август - "Ҡарбуз көнө" уңайынан "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Өфө уттары" тапшырыуына баҡсасы, Шишмә районы Яңы Сәйрән ауылын Эдуард Хөсәйенов (һулдан беренсе) һәм "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан идаралығы баш белгесе, эксперты Гөлфиә Сәләхетдинова (уңдан беренсе) килде.