Егерме дүрт йәшендә ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы тигән исемгә лайыҡ була. 30 йылға яҡын Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә йондоҙ булып балҡыған Лилиә Ишемйәрова хәҙер – халыҡ артисткаһы.
Донъяның 22 телендә йырлай белгән, джазға ғашиҡ, төрлө стиль һәм жанрҙарҙа эшләргә ҡурҡмаған күп диапазонлы тауышҡа эйә йырсы менән йәнле әңгәмә – "Өфө уттары"ның 9 август сығарылышында.