Үҙе сәсәниә, үҙе шағирә, үҙе йәмәғәт эшмәкәре, тыуған ере өсөн янып-көйөп тороусы. Телем, илем, тип йән атыусы. Һүҙебеҙ Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина – Алтынбикә тураһында. 16 китап сығарыусы, Ғафури районы Ватан ауылы старостаһы, Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе. Халыҡ сәсәне исеменә лайыҡ була, "Ал да нур сәс халҡыңа" исемле миҙал менән наградлана.
Килен булып төшкән Ватан ауылы өсөн күпме эш башҡарған ул! Еңеүҙең 70 йыллығына обелиск астырыуға ирешә, ауыл клубын тергеҙә, балалар һәм ололар ижади түңәрәктәрен ойоштора, сәсәндәр мәктәбен етәкләй, ерлектәренең тәүисемдәрен ҡайтара. Ауыл халҡы өсөн генә түгел, бөтә район һәм республика кимәлендә билдәле ханым ул Алтынбикә.
Киң күңелле ағинәй менән әңгәмәне "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Өфө уттары" тапшырыуының 27-се июль сығарылышнда ҡарағыҙ.