8-се августа, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуы ҡунағы — билдәле сатирик, Рәсәй федерацияһының һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР халыҡ яҙыусыһы, бихисап халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты Марсель Сәлимов. Уның юмор һәм сатира өлкәһендә ижад ителгән әҫәрҙәре республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә киң танылыу яуланы. Бөгөнгө көндә сатирик нимәнән көлә һуң? Ә киләсәктә кешелек нимәнән көләсәк? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы тапшырыуҙан табырһығыҙ.
Өфө уттары - 08.08.2022 "Урманына ҡарай төлкөһө, заманына ҡарай – көлкөһө"
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.