Зөһрә Ҡотлогилдина. Был исем шиғриәт һөйөүселәргә лә, йыр-моң яратыусыларға ла, гәзит уҡыусыларына ла яҡшы таныш. Билдәле шағирә, популяр йырҙар авторы, данлыҡлы журналист һәм яҙыусы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы һәм республика кимәлендәге күп кенә конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре көнүҙәк тормошта ниндәй? Нимәләр менән ҡыҙыҡһына, ниндәй мәшәҡәттәр менән көн итә, хоббиҙары бармы?
"Мин ниндәйме? Бына шундай!" — ул яҙған шиғырҙың юлдары иҫкә төшә. Уның ысынында ниндәй икәнен "Өфө уттары" тапшырыуының 16 август сығарылышынан белерһегеҙ.