1 сентябрь, Белем көнө. Тәү тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫып, беренсе тапҡыр парта артына ултырырға йыйынған ҡыҙҙар-малайҙар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс мәл.Йәнә китап-дәфтәрҙәр, кистәрен дәрес әҙерләү, таҡтаға сығып әҙерлегеңде күрһәтеү – барыһы ла яңынан башлана. Уҡыу дәрте менән янғандар көтөп алған көн дә етеп килә.
"Белем көнөнә әҙербеҙме?" тигән тема менән билдәләнек "Өфө уттары" тапшырыуының 30-сы август сығарылышын.
Был мәсьәләләр баш ҡаланың иң билдәле гимназияларының береһе – Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһы өсөн дә актуаль.
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн беҙ студияға:
— Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зиннуровты (уңдан беренсе);
— директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Айнур Сәхәүетдиновты саҡырҙыҡ.