Бөтә булмышы, йәшәйеше менән ул – актерлыҡ даръяһында. Ул уйнамай, сәхнәлә ул йәшәй. Сөнки сәнғәт уның өсөн – айырым бер донъя, диңгеҙ, сикһеҙ бер планета. Һүҙебеҙ – Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Миңзәлә Хәйруллина тураһында.
Ижадсы яңы миҙгелде ниндәй әҙерлек, ниндәй ролдәр менән ҡаршыларға әҙерләнә? Студент сағынан алып театрҙа туған халҡы өсөн хеҙмәт иткән ижадсының сәхнәләге яҙмышы нисек ҡоролған? Буш ваҡытын нисек үткәрә? Нимәләр менән ҡыҙыҡһына? "Өфө уттары" тапшырыуының 31 август сығарылышы – талантлы актриса, тәрән фәлсәфәүи ижадсы һәм тормошта бик ябай һәм ихлас кеше – Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллинаға арналды.