Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 05.09.2022 Рәсәй халыҡтарының уйын ҡоралдары бүлеге 30 йәшен билдәләй

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 05.09.2022 Рәсәй халыҡтарының уйын ҡоралдары бүлеге 30 йәшен билдәләй

Башҡортостандың иң оло уҡыу йорттарының береһе — Өфө сәнғәт училищеһына быйыл йөҙ йәш тула. Ошо дәүерҙә ул йөҙәрләгән белгес әҙерләп сығарҙы, уларҙың күбеһен хәҙер милли сәнғәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы тип атайҙар. Улар араһында — танылған композиторҙар, йырсылар, музыканттар, музыка учреждениеларының етәкселәре бар. Республика район закимиәттәренең мәҙәниәт бүлектәрендә лә эшләй училище тамамлаған һәләтле, рухлы йәштәр.

Йәштәрҙә милли рух тәрбиәләүсе, музыка сәнғәтенә һөйөү күндереүсе бүлектәрҙең береһе — Рәсәй халыҡтарының уйын ҡоралдары бүлеге лә 30 йәшен билдәләй. Студияла ошо бүлектең уҡытыусылары — думбырасы Гүзәл Үмәргалина һәм дирижер Дамир Әбүбәкиров менән әңгәмәләшәбеҙ.