Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә яңыраҡ "Бәхет һурпаһы" — "Ваҡыт сыңы" исемле шиғри йыйынтыҡ донъя күрҙе. Уның авторҙары – Гөлнара Хәлфетдинова һәм Рита Фәтҡуллина.
Шиғриәттә үҙ урынын табып, журналистика өлкәһендә уңышлы эшләп килгән автор – Гөлнара Хәлфетдинова менән "Өфө уттары"ның 6-сы сентябрь сығарылышында осраштыҡ.