Философия фәндәре докторы, БДУ профессоры Гүзәл Вилданова үҙенең фәнни хеҙмәттәрендә йәшәү мәғәнәһе, тәүфиҡ һәм хаҡиҡәт категориялары хаҡында уйлана.
Ғалимә өсөн философия – ғилем генә түгел, ә әҙәм балаһының тормошон көйләү, уны эске гармонияға килтереү рәүеше. Профессор ошо ябай һәм ҡатмарлы һорауҙарға яуаптарҙы ҡайҙан, нисек тапҡан һуң, – тип һорарһығыҙ.
16-сы сентябрҙә эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында ошо һәм башҡа һәр кем алдында торған темаларға әңгәмәләшәбеҙ.