Быйыл Ҡөръән Кәримде башҡортсаға тәржемә итеп, китап итеп баҫтырырға әҙерлек эштәре тамамланыуға 30 йыл. Алдағы йылда уны типография ысулы менән сығарыуға 30 йыл тула. Мосолмандар өсөн изге китап – Башҡортса Ҡөръән 500 мең тираж менән нәшер ителгән. Хәҙер уның яңыртылған варианты донъя күрҙе.
20-се сентябрь кисендә китаптың төҙөүсеһе – билдәле яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, утыҙға яҡын китап, ун бишләгән роман авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреты Ғәлим Хисамов һәм Ҡөръән Кәримде башҡортсаға, яңғырашына тиклем ауҙарып яҙып сыҡҡан – ғәрәп һәм башҡорт телдәре белгесе, филология фәндәре кандидаты Нурмөхәмәт Сөйәрғолов менән "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Өфө уттары" тапшырыуының тура эфир студияһында осраштыҡ.