Дүшәмбе, 26-сы сентябрҙә, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуы ысын мәғәнәһендә, ҡыҙыҡлы булды. Ҡыҙыҡтың үҙе беҙгә ҡунаҡҡа килде бит! Ләкин ул ҡәҙимге тормошта бик лирик һәм үтә интиллигент холоҡло кеше булып сыҡты. Баҡтиһәң, сәхнәлә ул роль уйнап, образға инеүсән, ә тормошта хисле, нескә тойомло, шағир күңелле икән.
Быйыл Ҡыҙыҡ — Вәлит Илембәтов һәм уның төркөмөнәң составына билдәле йырсы, күп кенә йырҙар авторы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резидә Әминева ла ҡушылған. Тимәк, "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" халыҡ араһында көлдөрөп кенә ҡалмай, ә тағы йырлата ла, бейетә лә, моңландыра ла, дәртләндерә лә икән. Тура эфирҙа үткән тапшырыу сығарылышында шулай уҡ радиотыңлаусыларҙан һәм телевизор ҡараусыларҙан шылтыратыуҙар яңғыраны, ватсап-хәбәрҙәре уҡылды, Резидә Әминева башҡарыуында һәм Вәлит Илембәтов шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар ҙа ағылды.