Рәсәй федерацияһының, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы, Башҡортостан республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданины Фидан Ғафаровтың ижады милли сәнғәтебеҙҙең аҫыл бер өлөшө ул.
Танылған актерҙың Башҡорт дәүләт академия драма театрында тыуҙырған образдарын ҡарамаған, эстрада сәхнәләрендә яңғыраған йырҙарын белмәгән, яратмаған кеше юҡтыр республикабыҙҙа һәм күрше өлкәләрҙә.
27-се сентябрҙә, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" программаһында Фидан Сафа улы менән уның ярты быуаттан ашыу дауам иткән ижад сәхифәләрен һәм тормош хәтирәләрен барлайбыҙ.