Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 29.09.2022 Бөрйән тураһында яңы китап сыҡты!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 29.09.2022 Бөрйән тураһында яңы китап сыҡты!

"Башҡорт энциклопедияһы" фән учреждениеһында Бөрйән районына арналған энциклопедия донъя күрҙе.

Бөрйән ере үҙенең данлы тарихы, быуаттар төпкөлөнән килгән мәҙәниәте — йырҙары, эпостары, легендалары һәм, әлбиттә, егәрле, талантлы халҡы менән бай. Шуға күрә уға арналған китап та тәрән, бай эстәлекле.

Студияла — Бөрйән район хакимиәте вәкиле Марсель Ғүмәров һәм "Башҡорт энциклопедияһы"ның ғилми хеҙмәткәрҙәре — Нәфисә Сиражетдинова менән Гөлдәр Ишкинина.