Ҡорама – элек-электән инәй-өләсәйҙәребеҙҙең яратҡан шөғөлдәренең береһе булған. Әлеге көндә лә уның популярлығы кәмемәй, заманса һулыш алып, "печворк" тигән атама алды. Тап әсәһенән, инәйҙәренән күреп, ошо боронғо кәсепте яҡын итеп, бөгөнгәсә уны һаҡлап килеп, киң ижад ҡоласына һалған Венера Ситдиҡова менән республика көнө алдынан осраштыҡ.
Печворк йәки ҡорамыштар менән мауыҡҡан, матур өлгөләр оҫтаһы, радиожурналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Венера Фәнис ҡыҙы Ситдиҡова беҙҙең студияға үҙ шөғөлөнөң сағыу өлгөләрен дә килтерҙе, улар тураһында ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс бәйән итте. Тапшырыуға шылтыратҡан, уның ижады хаҡында күберәк белергә теләгәндәр ҙә байтаҡ булды. Ватсап аша ла хат-хәбәрҙәр килде. Шулай уҡ тура эфир барышында моңло йырҙар ҙа яңғыраны. "Өфө уттары" тапшырыуының был сығарылышы 10 октябрь, дүшәмбе эфирҙа булды.







