Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 24.10.2022 Байдәүләттең бер быуатлыҡ бәһлеүәне!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 24.10.2022 Байдәүләттең бер быуатлыҡ бәһлеүәне!

"Өфө уттары" тапшырыуының 24 октябрҙәге сығарылышы билдәле совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, Башҡорт АССР-ның элекке Юғары Советы Президиумының 70-се, 80-се йылдарҙағы рәйесе Фәйзулла Вәли улы Солтановтың 100 йыллығына арналды. Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы рәйесе булып ул 1967-сы йылдан алып 1990-сы йылға тиклем эшләгән.

Тапшырыуға әҙерләнгәндә "шул тиклем ябай, алсаҡ кешеләр ҙә бөйөк йә мәшһүр була ала икән" тигән фекергә килдек.

Мәшһүр яҡташыбыҙ тураһындағы хәтирәләре менән дәүләт эшмәкәре,1990 йылдарҙа "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, артабанғы бер нисә йылда Башҡортостандың дәүләт секретары Мансур Әйүпов, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың оҙайлы йылдар ярҙамсыһы булып эшләгән дәүләт эшмәкәре Урал Бакиров, Ейәнсура районы хакимиәтенең элекке етәксеһе, райондың аҡһаҡалы Марат Тулебаев, билдәле журналист, Рәсәй Федерацияһың, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Ким Әхмәтйәнов исемендәге премиялар лауреаты Марсель Ҡотлоғәлләмов уртаҡлашты. Шулай уҡ, Фәйзулла Солтановтың ҡыҙы Светлананың хәтирәләрен уҡып ишеттерҙек.