Бай тәжрибәле һәм оҙайлы ғүмер йәшәүсе ҡунаҡтар йыш булмаһа ла, радио-телевидениеға ара-тирә килеп тора. Студия ҡунағы — Совет һәм Рәсәй табиб-хирургы, онколог, медицина фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ның һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, Өфөнөң Почетлы гражданины, "Салауат Юлаев" ордены кавалеры Рәшит Баҙыҡов.Таланттарға бай Башҡортостанды, шөкөр, әйтерһең, Аллаһы Тәғәлә үҙе һайлап алған.
Табиптар тураһында әйткәндә, әлбиттә, бында Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов исеме, ысын мәғәнәһендә, айырылып тора. Меңәрләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр..."Үлемесле" тип билдәләнгән йөҙәрләгән осраҡты "бәхетлегә" әйләндереү.
Алтын ҡуллы, аҡ халатлы Рәшит Ғәзиз улы бөгөн, 31-се октябрҙә эфирға сыҡҡан "Өфө уттары"ның хөрмәтле ҡунағы.