Ниндәйҙер бер хәл үҙенә килеп төртөлмәйенсә күптәр ҡыйымылдап бармай.Был инде машинаңды ҡышҡа әҙерләүгә лә ҡағылалыр. Элегерәк машинаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләүсе аккумуляторын, майын, ҡайыштарын ҡарап тынысланыр булған. Хәҙер килеп ҡыш алдынан төп шарт – шиналарҙы ҡышҡыға алмаштырыу. Был процедураға водителдәр нисек ҡарай?Тәжрибәнән ни күренә?
Водителдәрҙең ҡышҡа әҙерлеге, ҡышҡы тәгәрмәс ҡуйыу һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы әңгәмә ҡорорға тырыштыҡ. Студияла ҡунаҡта автоэксперт, Өфө ҡалаһының 1-се һанлы автомәктәбе директоры Хәлим Әюпов (уңдан беренсе) һәм Өфө онкоүҙәгенең "Сәләмәтлек автопоезы" водителе Зөфәр Хәйруллин (һулдан беренсе)булды.