Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 21.11.2022 "Зәңгәр экран", "йәнле йәшник" - телевизор

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 21.11.2022 "Зәңгәр экран", "йәнле йәшник" - телевизор

21 ноябрҙә Бөтә Донъя телевидение көнө билдәләнде.

"Эфирҙа Башҡортостан телелевидениеһы!"

Ошо һүҙҙәр менән 1959 йылдың мартында диктор республика тамашасыһына тәүге тапҡыр өндәшкән. Телевидение заман менән бергә бик күп үҙгәрештәр кисерә. Башта тапшырыуҙар тик тура эфирҙа бара, һуңынан инде яҙма сығарылыштар эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Аҡлы-ҡаралынан төҫлө телевидениға күсеү үҙе бер ҙур ваҡиға. Хәҙер инде беҙҙең телевидение яңы дәүергә аяҡ баҫты, беҙ илдә тәүгеләрҙән булып цифралы форматҡа күстек.

Телевидение асылған мәлдән алып булған хәл-ваҡиғаларҙы барланыҡ, тормошон зәңгәр экранға бағышлаған шәхестәрҙе иҫкә алдыҡ. Студияға билдәле диктор, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина һәм тағы бер хеҙмәттәштәшем "Хәйерле иртә", "Ихлас күңелдән" тапшырыуҙарын алып барыусы, яңылыҡтар бүлеге хәбәрсеһе Гүзәл Ишкинина саҡырылғайны.

Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" ордены кавалеры Рәсимә Кәримова менән Камил Аҡсурин уҡыған шиғырҙар шәлкеменән өҙөк тыңланыҡ.

Тапшырыуҙа телефон аша Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының ветерандар Советы рәйесе, телестудияның1990-2000 йылдарҙағы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Ҡоҙаҡаев та ҡатнашты.