Башҡортостандан ере – мөғжизәле донъя. Уның ни тиклем гүзәл икәнен тағы бер тапҡыр, унынсы, йөҙөнсөгә дә ҡабатларға әҙербеҙ. Йырҙар, шиғырҙар, сәнғәтебеҙ өлгөләрендә һәм ...почта асылмалары ярҙамында ла. Һәм һис ҡасан арымаҫбыҙ ҙа. Туған еребеҙҙең сихри матурлығын сағылдырған иҫтәлекле, тарихи урындары, гүзәл тәбиғәтле һүрәтләмәле асылмаларҙа, әйтерһең дә, башҡорт милли рухы йәшәй, йөрәге тибә. "Бикбайман" дизайн-студияһында сығарылған төрлө сувенирҙар, кейем өлгөләрен күптәр яратып ҡабул итте.
Республикабыҙ ҡунаҡтары – туристар өсөн генә түгел, уларҙы ғаиләңә, дуҫ-туғандарыңа бүләк итеп тә алырға мөмкин. Иҫтәлекле әйберҙәрҙең һәр береһе мотлаҡ рәүештә башҡорт милли орнаменты менән биҙәлгән, һәр ҡайһыһында – тәрән мәнәғә ята.
Дизайнер Арыҫлан Бикбай етәкселегендә эшләгән "Бикбайман" студияһы эшмәкәрлеге, талантлы һәм эшһөйәр ир-егеттең артабанғы план-ниәттәре тураһында "Өфө уттары" тапшырыуының 30 ноябрь сығарылышында һөйләштек.