Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 05.12.2022 Рәсәйҙә декабрь башында халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 05.12.2022 Рәсәйҙә декабрь башында халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

Рәсәйҙә декабрь башында халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Донъяға йылдан-йыл инвалид балаларҙың күберәк тыуыуы ҡыҙғаныс һәм әсе күренеш. Кемдеңдер сәләмәтлеге ғүмер барышында, ҡайһыларының көтмәгәндә ҡаҡшап ҡуя. Үҙ балаһын яратҡан һәр ата-әсәне әрнеткән һорау – шундай балаларҙың артабанғы тормошо нисек ҡоролор? Инвалид балаларҙың йәмғиәттә үҙ урындарын табыу, социализациялау, һөнәр үҙләштереү кеүек мәсьәләләр бик етди һәм мөһим һорау. Был йәһәттән махсус педагогтар, табиптар, медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре профессиональ эшләй. Шулар араһында мәғариф өлкәһендә Өфөнөң 92-се коррекцион интернат-мәктәбе мөһим урын алып тора. Интеллектуаль яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән, менталь сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларҙы уҡытҡан һәм тәрбиәләгән белем усағының директоры, Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Булат Редмир улы Баев һәм өй шарттарында уҡытып йөрөүсе махсус педагог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Рузалия Ғәфүр ҡыҙы Борханова менән "Өфө уттары" тапшырыуының 5-се декабрь сығарылышында әңгәмәләштек.