Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 12.12.2022 Күренекле ғалим Фәнил Күзбәковҡа 70 йәш

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 12.12.2022 Күренекле ғалим Фәнил Күзбәковҡа 70 йәш

Фәнил Күзбәковтың ижадын өйрәнеүселәр һәм тикшереүселәр уны өс өлөшкә бүлә. Беренсеһе — шиғриәт, икенсеһе — әҙәбиәтте байҡау һәм өйрәнеү, өсөнсөһө — журналистика. Шиғриәтендә уның тыуған яғы — Мәләүездең гүзәл тәбиғәте, Нөгөш тулҡындарының сайҡалыуы сағылһа, профессиональ әҙәбиәткә тәңҡит күҙлегенән ҡараш ташлап, уны нигеҙле өйрәнеү һәм сағыштырыу булһа (уныһы иһә ижадсыларҙа күпселектә тик камиллыҡҡа ынтылыш уятыу йәһәтенән дә эшләнәлер, минеңсә); өсөнсөһө — дөрөҫөн һәм ысынды грамоталы еткерә белгән журналистика менән шөғөлләнеү һәм шул нигеҙле белемен педагог булараҡ йәш журналистарға өләшеү.

Ошо көндәрҙә остазыбыҙ, ғалим һәм педагог, профессор, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Мәләүез ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины Фәнил Тимерйән улы Күзбәков 70 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршыланы. Ошо уңайҙан билдәле шағир, әҙәбиәт һәм тарих белгесен студияға әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

"Өфө уттары" тапшырыуының 12-се декабрь сығарылышында уның менән үткән йәнле осрашыу күңелдә тик ыңғай тойғолар ҡалдырҙы, уйландырҙы, яңы эштәргә дәрт уятты. Рәхмәт, остаз!