Уның исеме һәм яҙған әҫәрҙәре Республикабыҙҙа ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә, күп кенә сит илдәрҙә лә уҡыусыға таныш. Гөлсирә Ғиззәтуллина. Прозаны яратҡандар, тәнҡитселәр ошо исемгә ихтирам менән баға, оло хөрмәт менән ҡарай. "Ул яҡшы яҙа" - тип әйтеү тәбиғәттең яҙын сәскә атҡан мәлендә ябай ғына "йәшелләнеү" тигәнгә тиң. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның прозаһы – тәрән. Ә уның тәрәнлеге, әлбиттә, ябай геройҙарҙан, ҡәҙимге шәхси тарихтан, кеше яҙмышының бер осорон һүрәтләүҙән башлана...
Гөлсирә Ғиззәтулинаның ижады күп ҡырлы аҫыл таш һәм диңгеҙ кеүек тәрән булһа ла, уны уҡыған һәр кем үҙе өсөн яҡын һәм таныш тормош мәлдәрен табыр. Билдәле прозаик, башҡорт яҙыусыһы, журналист, тəржемəсе. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (1996) һәм СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты – Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғиззәтуллина "Өфө уттары" тапшырыуының 19 декабрь сығарылышында ҡунаҡта.