Салауаттың арҡаҙашы, сабыр йөрәкле Сураман һәм баш эймәҫ Пугачев, йылғыр, күңелсәк Фигаро һәм бәхетһеҙ шут Риголетто, сәсән телле Аҡмулла һәм бер ҡатлы Шуфлери... Башҡорт опера театры сәхнәһендә ошо һәм башҡа тиҫтәләгән трагик һәм драматик, комик образ тыуҙырған артист — йырсы, актер, РФ атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Раил Кучуковҡа 70 йәш тулыу айҡанлы "Өфө уттары" программаһында театр һәм вокал оҫталығы, артист яҙмышы һәм профессияға тоғролоҡ хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
Студияла — Раил Фазыл улы һәм уның хәләл ефете, театрҙың хоры йырсыһы, БР атҡаҙанған артисы Роза Кучукова.