Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 26.12.2022 Уңышҡа юл үҙеңдән башлана

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 26.12.2022 Уңышҡа юл  үҙеңдән башлана

Заһир Зәйнетдин исемле артист тураһында ишетмәгәндәр хәҙер һирәктер. Ул һәм уның ижади командаһы әҙерләп тәҡдим иткән концерт номерҙары, ысын мәғәнәһендә, шоу-программаға әйләнә. Бында сер — башҡорт милли элементтары менән тегелгән сағыу костюмдарҙа сығыш яһаған һылыу ҡыҙҙар бейеүемендәме? Ялт-йолт иткән прожекторлы яҡтыртыу сараларындамы? Сихри башҡорт милли көйҙәре һәм йырҙарында йәки Зәйнетдиндың үҙенең сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ, харизматик сығышындамы? Әлбиттә, бында барыһы ла бергә ҡушылғандыр.

Зәйнетдин "Өфө уттары" тапшырыуының 26 декабрь сығарылышында уңышҡа һикәлтәле юлы, башлап ебәргәндә осраған ҡыйынлыҡтар, төрлө ҡатмарлыҡтар тураһында; бергә ең һыҙғанып, төрлө идеялар һәм уларҙы бойомға ашыра белгән ижади төркөмө хаҡында; һәм әлбиттә, алдағы хыял-маҡсаттары менән бүлеште. Тапшырыу барышында радиотыңлаусы — тамашасыларҙан телефон шылтыратыуҙары булды, ватсап аша килгән хәбәрҙәр уҡылды, Зәйнетдиндың йырҙары яңғыраны.