ХХ-се быуаттың 70-се, 80-се йылдарында беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ, инәй-олатайҙарыбыҙ Мәғәфүр Хисмәтуллин, Илфак Смаков, һуңғараҡ Радик Гәрәев кеүек оҫталарҙы онотолоп тыңлай торғандар. Әйтәгүр, әле лә уларҙы тыңлау ҡолаҡты иркәләй генә түгел, ә күңелдә йыйылып киткән сүп-сарҙан таҙарта кеүек. Рус классик музыкаһын ваҡыт-ваҡыты менән тыңлау – музыкаль аһәңде яңырта тигәндәй, башҡорт эстрадаһы әһелдәрен, аҫыл тауыштарҙы тыңлау ҙа күңелгә шундай һиллек бирә! Кемгә нисектер, ә минең фекерем шундай. Нисек кенә булмаһын, башҡорт шоу-бизнесы, әгәр ҙә шулай атарға булһа, — әлеге ваҡытта — ҡапма-ҡаршылыҡлы мәлдәр кисерә. Кемдер йондоҙ булып атыла, кемдер мәңгегә юғалып ҡала, ә кемдер аҡһай-йығыла, карауандың уртаһында һуҙылып килә.
Был йәһәттән продюсерҙар ярҙамға килә. Ниндәй ҙә булһа артисты продюсерлау, эстрадабыҙҙы яңыртыу, матурлау, йәшәртеү һәм тағы ла бик күп нәмә эшләй алырлыҡ һөнәрмән йәки профессионалдарҙан беҙ студияға Мөхәмәт Йосоповты саҡырҙыҡ. Уның менән әңгәмәне 9 ғинуар, 20 сәғәт 10 минутта "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы эфирында үткән тапшырыуҙа тыңлай һәм ҡарай алаһығыҙ.