"Ир кеше ағас ултырырға, өй төҙөргә, малай тәрбиәләргә тейеш", тигән әйтем бар. Әбйәлил ир-егете Хәсән Усманов быларҙың барыһын да үтәгән. Унан да күберәк – ул үҙ һөнәренең эйәһе булып, йырҙары менән башҡаларға шатлыҡ нуры өләшә.
Хәсән, әйтерһең дә, йондоҙ атылған ваҡытта тыуған. Ниндәй генә йырҙы алып башҡарһа ла, ул хитҡа әйләнә. "Мин – умырзая" тип наҙлы тауыш менән йырлай торғас, күп кенә йырҙар туплағас, әйтерһең, көс йыйып, дуэт эшләүгә әҙерләнеп йөрөгән. Өйләнгәс, тормош иптәшең Зилә менән дуэтта йырҙар сығаралар. Һәм ... тағы ла уңыш!
"Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Өфө уттары" тапшырыуың 16-сы ғинуар сығарылышында ҡунаҡта – эстрада күгендә йондоҙ булып балҡыған эшһөйәр һәм тыңғыһыҙ артист, һирәк осрай торған, наҙлы һәм шул уҡ ваҡытта көслө тауышлы йырсы – Хәсән Усманов, һәм уның ҡыҙы Шәүрә.
Был донъяға илап тыуғандар – йырлар өсөн тыуғандар, тиҙәр. Йырлап йәшәргә, йырлашып-ҡыуанышып, уңыштарға өлгәшеп, алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә яҙһын! Артабан да күңел йырлы булһын, йырҙар күңелдәрҙән урғылһын һәм бының өсөн сәбәптәр ҙә табылып торһон!