Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипованы республикабыҙҙа башлыса йырҙары аша беләләр. Уның моңло тауышы, үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы күптәрҙе хайран ҡалдыра. Театр һөйөүселәр уның Салауат дәүләт башҡорт драма театрында тыуҙырған төрлө-төрлө, сағыу бихисап образы хаҡында ла яҡшы белә.
13-сө ғинуарҙа эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" программаһында сәхнә оҫтаһы менән ижад серҙәре, ҡәҙимге тормошо, һәр ҡатын-ҡыҙҙы — әсәй, өләсәй, хужабикә булараҡ — борсоған да, шатландырған да бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре тураһында әңгәмәләшәбеҙ.