Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 03.01.2023 Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева юбилейын билдәләй

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 03.01.2023 Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева юбилейын билдәләй

"Был донъяның ҡәҙерен беләйек", "Әүмеш", "Сибай", "Аҡ елкән" һәм башҡа йырҙарҙы телгә алыу менән күңелдә Тәнзилә Үҙәнбаеваның тауышы яңғырай.

Танылған йырсы һәм педагог, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Үҙәнбаева быйыл үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. "Өфө уттары" программаһында йырсыны сәнғәт юлына илткән һуҡмаҡтар, халҡыбыҙҙың йыр хазинаһы — оҙон көйҙәренә ҡарата сикһеҙ һөйөүе, үткәндәре һәм бөгөнгө тормошо хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.