Проект:

Өфө уттары

"Йәшлек"кә - 100 йыл!

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • "Йәшлек"кә - 100 йыл!

Советтар Союзы – иң уҡымышлы ил, тигәнде күптәр хәтерләйҙер. Әйтәгүр, йәшегеҙ 100-ҙән ашмаһа.

Элек Совет ине, хәҙер – Рәсәй, үҙебеҙ – Башҡортостан матбуғаты тураһында һөйләгәндә, үҙебеҙҙе һәм һеҙҙе беҙ шулай ике категорияға ла индерәбеҙ. Күберәген гәзит-журналды тотоп уҡырға яратҡандар, ҡайһы берәүҙәр интернет биттәренән мәғлүмәт йыйһалар — нисек кенә булһа ла, йәшәһен "иң уҡымлы ил"дең әле лә уҡырға яратҡан кешеләре! Барыбыҙ яратып уҡыған "Йәшлек" гәзитенә 100 йыл!

Ошо уңайҙан беҙ гәзиттең үткәне, бөгөнгөһө, әлбиттә, киләсәге тураһында ла һөйләшеп үттек. Студия ҡунаҡтары — "Йәшлек" йәштәр гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм йәш журналист Инсаф Хужабиргәнов.