Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 23.01.2023 Ҡунаҡта – яҙыусы, шағирә, драматург, журналист, тәржемәсе Лилиә Һаҡмар

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 23.01.2023 Ҡунаҡта – яҙыусы, шағирә, драматург, журналист, тәржемәсе Лилиә Һаҡмар

Ҡунаҡта – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, шағирә, драматург, журналист, тәржемәсе Лилиә Һаҡмар (Лилиә Ҡәйепова).

Лилиә Һаҡмар. Уның ижады күп ҡырлы аҫыл таш төҫлө. Журналистика, шиғриәт, драматургия, йырлау, төрлө музыка ҡоралдарында уйнау һәм... Тәржемә эше. Туранан-тура рус теленән һәм төрөк телендәге поэтик текстарҙы башҡортсаға тәржемә иткән ул.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Был тыңғыһыҙ ижадсы республика буйлап яратҡан уҡыусылары менән осраша ғына түгел, ҡәләмдәштәре менән әҙәби конкурстар уҙғара. Яңыраҡ ойошторолған был саралар нисек уҙҙы? Күңелдә улар ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы, ниндәй фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу булды? Әҙәбиәтсе Лилиә Һаҡмар менән ошо турала беҙ 23 ғинуар кисе, 20 сәғәт 10 минутта әңгәмәләштек.