Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағанда уның диплом эше "Аҡ ҡоҙғон" исемле ике сериялы фильм-спектакль булған. Артабан декорацияны телестудияла ҡороп, тура эфирҙа уйнап, халыҡ күңеленә хуш килерлек тамаша иткәндәр.
"Телевидение һәм кино тылсымына бик аҙҙар ҡаршы тора алыр" — тигән берәү. Тап шул тылсым көсөнә ышанып, үҙ тормошон һәм бөтә аң-зиһенен кино һәм телевидениеға арнаған кеше менән булды беҙҙең осрашыу. Сираттағы әңгәмәбеҙҙе билдәле теле һәм кинорежиссер, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Академияһының "Ника" кинематография сәнғәте Академигы Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев менән ҡорҙоҡ. Осрашыу уның 70 йәшенә арналды.







