Башҡортостаныбыҙҙың башҡалаһы 9 февралдән 15-нә тиклем кино сәнғәтенең үҙәгенә әүереләсәк — Өфөлә "Үҙ һүҙем" тип исемләнгән Халыҡ-ара кинофестиваль уҙғарыла.
Форумда төрлө илдәрҙә ижад итеүсе режиссерҙар, сценаристар, продюсерҙар, билдәле кино артистарының ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында Рәсәй, Ҡаҙағстан, Армения, Яҡут-Саха республикаһы, Бөйөк Британия, Норвегия, Сербия кино эшмәкәрҙәре.
Абруйлы жюри оҙон һәм ҡыҫҡа метрлы нәфис һәм документаль фильмдар араһынан иң яҡшыларын һайлап аласаҡ, һәм уның эшендә ябай тамашасылар ҙа ҡатнаша ала. Ҡырҡҡа яҡын фильмды "Родина" кинотеатрында һәм Б.Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда ҡарарға мөмкин. Фестиваль хаҡында БР кинематографистары Союзы рәйесе, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева менән әңгәмәләшәбеҙ.