"Өфө уттары" радиотыңлаусылар һәм телевизор ҡараусыларҙы Башҡортостандың ижади шәхестәре менән таныштырыуын дауам итә. Программаның сираттағы сығарылышында - Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт ойошмаһы вәкиләлдәре, йырсы, республика конкурстары лауреаты Зөлфиә Әүбәкирова һәм нәфис һүҙ оҫтаһы, БР атҡаҙанған артисы Гөлназ Иҙрисова.
Бөгөн халыҡҡа ниндәй рух аҙығы кәрәк? Заман эстрадаһы замандаштарыбыҙҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерәме? Ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарҙы ҡунаҡтар менән барлайбыҙ, яуаптар эҙләйбеҙ. Тапшырыуҙа, әлбиттә, тыңлаусы-ҡараусы дуҫтарыбыҙҙы шиғри-музыкаль күстәнәстәр ҙә көтә.