Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 20.02.2023 "Һөнәрҙәш һөнәрмәндәр"

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 20.02.2023 "Һөнәрҙәш һөнәрмәндәр"

"Күп тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр барып күр!" Был һүҙҙәрҙе музей хеҙмәткәрҙәре, туристик турҙар-сәйәхәттәр ойоштороусылар йыш әйтергә тейештер.

Беҙҙең яҡты күреп, уның тәбиғәтенә һоҡланып ҡайтҡан кешеләр йәнә лә беҙгә килергә тейеш!, – тигән һүҙҙәр әйтелгәйне ҙур форумдарҙың береһендә. Йылға бер генә бирелә торған ялды күптәр донъя күреп, сәйәхәт итеп үткәрергә ынтыла. Кемдер әллә ҡайҙа йөрөргә аҡса юҡ тип ялын пассив үткәрергә мәжбүр. Икенсе берәүҙәр аптырап тормай – Башҡортостан буйынса йөрөп тә хушлана. 21 февраль – Бөтә донъя экскурсоводтар көнө. Бөгөнгө әңгәмә лә ошо темаға яҡын булыр.

Студия ҡунаҡтары:
 — Асия Фәйрүз ҡыҙы Закирйәнова, Милли музейҙың экскурсиялар бүлеге етәксеһе (һулдан икенсе);
 — Айгөл Рәсим ҡыҙы Рәхмәтуллина (һулдан беренсе) – "Урал-батыр" туроператорының генераль директоры;
 — Яҙгөл Шамил ҡыҙы Ишмөхәмәтова (уңдан беренсе) – "Урал Батыр" туроператорының Башҡортостан буйынса гид-экскурсоводы.