Бөгөнгө программала һүҙ танылған композитор, фольклорсы, педагог, РФ-ң һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошовтың әҙәби-музыкаль хеҙмәттәре хаҡында бара.
Күптән түгел фольклорсы мираҫынан башҡорт халҡының уйын ҡоралдарына арналған күләмле китабы яңынан нәшер ителде. Тапшырыуҙың авторы Миләүшә Иҙрисова Айрат Ҡобағошовтың ошо һәм башҡа хеҙмәттәре тураһында билдәле фольклор белгестәре – Гүзәл Үмәрғәлина һәм Венер Йылҡыбаев менән әңгәмәләшә.