"Намыҫыңды йәштән үк, ә тештәреңде – һәр саҡ һаҡла!" тиҙәр. 6-cы март – Халыҡ-ара теш табиптары көнө билдәләнә.
Халыҡ-ара Дантистар көнө Вашингтонда барлыҡҡа килә. 1790 йылда теш быраулай торған тәүге бор-машина уйлап табыла. Шунан алып башлана ла инде "теш дауалау эпопеяһы".
Халыҡ-ара дантистар көнө уңайынан "Өфө уттары" студияһына Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһының юғары категориялы врач-терапевт, стоматолог Зөлфиә Замир ҡыҙы Минғазованы саҡырҙыҡ. Ул беҙгә теш гигиенаһы ғына түгел, теш сирҙәренең кеше организмына ниндәй йоғонто яһай алыуы, әлеге көндә иң таралған процедуралар һәм уларҙы поликлиника шарттарында нисек бушлай һәм льготалар ярҙамында алыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Тышҡы матурлыҡ йөҙ-ҡиәфәткә генә түгел, тештәрҙең сәләмәтлегенә лә бәйле икәненә ҡунағыбыҙ менән тағы бер тапҡыр инандыҡ.
Тапшырыу 6 март, дүшәмбе, 20 сәғәт 10 минутта, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында эфирға сыҡты.