Башҡорт КВН-ы һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үҫеште, уның айырым мәктәбе барлыҡҡа килде, бәйге төрҙәре артты. Шаяртыуҙар сифаты ла юғары, халыҡ та уйындарға теләп йөрөй. Үҫештең нөктәһе – башҡорт командалары Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә сығыш яһай. КВН уйындарының йондоҙҙары, йондоҙсоҡтары бар. Уларҙың иҫәбендә – уңышлы сығыштарҙан һәм билдәлелектән тыш, призлы урындар, ҡиммәтле бүләктәр, кубоктар.
Әлеге ваҡытта башҡорт сәхнәһе күген яҡтыртҡан күренекле артистар араһында үҙҙәрен иң тәүҙә тап КВН-да һынап ҡарап, шоу-бизнесҡа ымһынғандар. Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһының 10 йыллығына арналған "Өфө уттары" тапшырыуының 13 март сығарылышында КВН-дың идара рәйесе Урал Кәримов һәм уның урынбаҫары, "Йәшлек House" йәштәр йортоноң арт-директоры Илһам Ишкинин ҡатнашты.