Башҡорт эстрадаһында көндән-көн билдәлелек яулап килгән автор, башҡарыусы, композитор Илшат Сибәғәтуллин ижадында донъяның, йәшәйештең бар яҡтары ла, бөтә аһәңдәре лә асылғандай төҫлө. Әйтәгүр, шулай булмаһа, кеше күңеленә үтеп инер ине микән уның йырҙары? Әгәр йырлай һәм көй яҙа алмаһа, нишләр ине икән ул? Күңеле һағышҡа тулып, тыуған ерен, атай йортон һағынып, йыраҡтарҙа аҙашыр ине микән? Ижадҡа һөйөү, илһам ҡайҙан килә уға?
Ошо һорауға ҡунағыбыҙ 20-се мартта "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында эфирға сыҡҡан "Өфө уттары" тапшырыуында ихлас яуап бирҙе, йыр-күстәнәстәрен бүләк итте, тыңлаусы-тамашасылары менән тура эфирҙа аралашты