27-се мартта Бөтә донъя театрҙары һөнәри байрамын ҡаршы алды. Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры өсөн был көн шулай уҡ изге байрам. Киреһенсә мөмкин дә түгел. Театр – ул айырым бер сихри донъя, тылсымлы уттар менән янып торған сәхнә, ундағы актерҙарға меңәрләгән ғүмер үтергә мөмкинлек биргән театр...Бына инде 30 йылдан ашыу Милли йәштәр театрына тоғро ҡалып хеҙмәт иткән, үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ киткес талантлы һәм күп жанрлы актриса, ошо көндәрҙә күркәм юбилейын ҡаршы алырға йыйынған – Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова менән "Өфө уттары" тапшырыуының 27-се март сығарылышында осраштыҡ. Тапшырыу радиотыңлаусы һәм телевизор ҡараусыларҙан шылтыратыуҙар менән, театр актерҙары башҡарыуында йырҙар, Альбина Кашанованың коллегаларынан яҙма-интервьюлар менән үрелеп барҙы.
Өфө уттары - 27.03.2023 Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова юбилейын ҡаршы ала
"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.