"Ял ваҡытым сыҡһа, мин шунда уҡ дуҫтарым менән сәйәхәт итергә юлланам", - тип һөйләй "Өфө уттары" тапшырыуының 3-сө апрель геройы. Флүрә Шәрипова күргән-ишеткәндәрен йыр-моңға һала, рәсемгә күсерә. Ҡайҙа йөрөһә лә, уны музыка уратып ала. Уның йырҙарын белмәгәндәр бик һирәк. Уларҙы Фидан Ғафаров, Фәрүәз Урманшин, Резидә Әминева кеүек эстрадабыҙ йондоҙҙары ғына түгел, ут күршебеҙ Татарстан, Мәскәү артистары ла яратып башҡара.
"Халыҡ йырсыһы – ул халыҡ өсөн ихлас һәм яратып хеҙмәт иткән кеше. Мин кешеләрҙе яратам, бөтә хеҙмәтем — улар өсөн", - ти бай ижадсы Флүрә Ғабдулхай ҡыҙы Шәрипова. Талант эйәһе менән тапшырыу "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы һәм "Башҡортостан-24" телевизион каналында 3-сө апрелдә, 20 сәғәт 10 минутта үтте.