Уны йырсы һәм артиска роленән башҡаса күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Йырсы Фәриҙә Ғаззалованың тормошо – еңеүҙәр, сәскәләр, тик яҡты һыҙатлы тормош юлдары менән билдәләнгән кеүек. Шулай төҫмөрләнә, әйтәгүр. Талантлы һәм сибәр, тырыш һәм ныҡышмалы, яҡшы белемле, грамоталы – бәхетле һәм уңышлы булыр өсөн Фәриҙә Ғаззаловала бөтәһе лә етерлек.
Үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарап, бер ниндәй эштән ҡурҡмаған, һәр ваҡыт үҫеш юлында булған, республика һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты, яратҡан йырсыларыбыҙҙың береһе Фәриҙә Ғаззалова 10-сы апрелдә тура эфир студияһына килеп, "Өфө уттары" тапшырыуында яңы йырҙары, тормошондағы, ижадындағы яңылыҡтары менән уртаҡлашты.