Музыка тигән бөйөк сихри донъяға ынтылған балаларҙы Өфөлә ҡайҙа өйрәтергә була? Аң-белемде таратыу менән бер рәттән, ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы йыр-моңға ылыҡтырыу, уларға мәҙәни ҡиммәттәр биреү – мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе.
Ошо изге маҡсатты атҡарыусы Өфөнөң 7-се һанлы музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ уҡыусыларының береһе — "Өфө уттары" тапшырыуының 11 апрель сығарылышында ҡунаҡта булды.
Белем йорто элек-электән Башҡортостан сәнғәтендә ҙур өлөш индерә. Уны тамамлаусылар араһында мәҙәниәтебеҙҙе үҫтергән, башҡорт сәнғәтендә йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Әлеге көндә музыка ойошмаһы балаларҙы ошо изге юл буйлап алып барғанда, ниндәй эштәр атҡара, ниндәй проекттарҙа ҡатнаша? Талантлы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы үҫтергән музыка мәктәбе уҡыу йылын ниндәй уңыштар менән оҙата? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап — "Өфө уттары" тапшырыуында.
-Өфө ҡалаһының 7-се һанлы музыка мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙары Союздары ағзаһы Рәит Рәшит улы Ғайсин;
-думбыра музыка ҡоралы уҡытыусыһы, республика конкурстары лауреаты — Эльза Юлай ҡыҙы Хәсәнова;
-думбыра буйынса 4-се класс уҡыусыһы Латифа Мөхәмәҙина.