Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк ижадсы Мостай Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса режиссер Айнур Асҡаров төшөргән фильмдың премьераһы кисә, 2-се майҙа үтте. Махсус баш ҡала тамашасыһы өсөн үткәрелгән сара Өфөлә Бөтөн Рәсәй прокатына сығыуына ике көн ҡалғас уҙҙы. 4 майҙан башлап иһә, "Ярлыҡау" кинокартинаһы илдең бөтә киң экрандарында буласаҡ. Еңеү көнө алдынан күрһәтелгән был фильм 45-се Мәскәү халыҡ-ара кинофестиваленең "Рус премьералары" милли конкурсы программаһына индерелгән.
Ә йыраҡ 1986 йылда, Мостай Кәримдең был повесы буйынса Башҡорт академия драма театрында "Ярлыҡау" спектакленең премьераһы була. Төп ролдәрҙең береһен – Мария-Терезаны башҡарыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова ул саҡты нисек хәтерләй? Легендар повестағы испан ҡыҙы Мария-Тереза образын нисек кәүҙәләндергән ул? Сәхнәләш партнеры Олег Ханов менән бергә спектакль күренештәре өҫтөндә нисек эшләгән? Ошолар хаҡында – 2-се май, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сығған "Өфө уттары" тапшырыуында һөйләштек.